

Аҙна башынан Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һәм бөтә рәсми ял итеү зоналарында дежурҙа торған ҡотҡарыусы-йәмәғәтселәр дүрт баланы ҡотҡарған.
«Ожмах яры» пляжында ҡотҡарыусылар - 7 йәшлек малайҙы, «Аҡъяр Затон» пляжында 6 йәшлек ҡыҙыҡайҙы бәләнән алып ҡалған. Хеҙмәткәрҙәр ике баланы - һигеҙ һәм ун бер йәшлек малайҙы - «Карьер» пляжында ҡотҡарған», - тип һөйләнеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, балалар ата-әсәләре менән һыу буйында ял иткән. Йыш ҡына улар бер үҙе һыу ингән, һәм балаларҙы бер кем дә ҡарамаған. Тик бер осраҡта ғына һыуҙа бала менән әсә кеше булған. Ул йөҙөп йөрөгән улын фотоға төшөргән, ләкин уның бата башлауын аңламаған - балаға ҡотҡарыусы ярҙамға килгән.
Фото: Т. Аманов