Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июль 2022, 16:25

Берҙәм эш ғаилә ҡиммәттәрен нығыта

Киң билдәле блогер Рөстәм Нәбиев менән ҡатыны урманға еләккә барған.

Берҙәм эш ғаилә ҡиммәттәрен нығытаБерҙәм эш ғаилә ҡиммәттәрен нығыта
Берҙәм эш ғаилә ҡиммәттәрен нығыта

- Бына нисә йыл инде, матур ғаилә йолаһына әйләнгән ғәҙәтебеҙҙе үҙгәртмәйенсә, урман еләгенә йөрөйбөҙ.
Быйыл уңыш мул булды, икәүләшеп кенә рәхәтләнеп йыйҙыҡ. Тәбиғәт менән берләшеү булды был. Һөйләштек, көлөштөк. Бынан да яҡшы тағы нимә булырға мөмкин?
Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙгә был еләкте йыйыу түгел, беҙҙе берләштергән эш мөһим. Ул шул тиклем берләштерә, - тип яҙған Рөстәм.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас