Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июль 2022, 16:21

Кешене ҡотҡарғандар!

Был хәл бөгөн көндөҙ Өфө районының Авдон ауылы янындағы быуала булған. Быуа эргәһенән осраҡлы ғына рәүештә машинала үтеп барған ир һыуҙа сәсәгән кешене күреп ҡалған да, шунда уҡ туҡтап, ярҙамға ташланған - ирҙе ярға һөйрәтеп сығарған.

Кешене ҡотҡарғандар!Кешене ҡотҡарғандар!
Кешене ҡотҡарғандар!

Ваҡиға шаһиттары был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына шылтыратып хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һыуға бата яҙған 1968 йылғы ир Дим ҡала дауаханаһына оҙатылған.

Ә Миәкә районының Богдан ауылы янында Яҡтыҡаран йылғаһында 1979 йылғы ир батып һәләк булған... Ирҙең кәүҙәһен шаһиттар һыуҙан сығарып, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас