

Эш сәфәре барышында депутат пилотлы проект ғәмәлгә ашырылған республика кардиология үҙәгендә булды. Проектҡа яҡынса йомғаҡ яһау буйынса кәңәшмәлә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина, Өфө ҡалаһының медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Нефтекама, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының дауалау учреждениелары ултырышҡа видеоэлемтә аша тоташтырылды.
Проектты кардиология үҙәгенең алдынғы белгестәре әҙерләгән һәм быйыл яҙ медицина учреждениеһына сәфәре барышында Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орловаға күрһәткәйнеләр. Депутат проект эшләп китһен өсөн бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтте.
«Беҙ пациенттарҙы онлайн режимда күҙәтәбеҙ. Проектта 200 кеше ҡатнаша, уларҙың яртыһы - йөрәк эшмәкәрлеге етешмәүсәнлеге менән һәм 100-ө – контроль төркөм. Пациенттар көн дә сәғәт һайын билдәле бер күрһәткестәр буйынса участка терапевына үҙ гаджеттарынан мәғлүмәт тапшырып бара, уларҙы беҙ Наталья Алексеевна Орлова һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында тәьмин иттек, – тип һөйләне кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева.
Мониторинг өсөн дистанцион ҡорамалдар исемлегенә ЭКГ алыу һәм мәғлүмәт тапшырыу өсөн кардиофлешка, артериаль ҡан баҫымын үлсәү өсөн тонометр, ҡандың кислород менән тулылығын үлсәү өсөн пульсоксиметр, ауырлыҡты контролдә тотоу өсөн иҙәндәге үлсәүҙәр инә. Дауалаусы табип алған күрһәткестәргә анализ яһай һәм кәрәк булған осраҡта дауалауға төҙәтмәләр индерә йәки пациентты стационарға оҙата.
Медицина ойошмалары яғынан проектта биш учреждение: Өфөләге 5-се һәм 13-сө ҡала клиник дауаханалары, Нефтекама ҡала дауаханаһы, Октябрьскийҙағы 1-се һәм Стәрлетамаҡтағы 2-се дауаханалар ҡатнаша. Кураторы – Республика кардиология үҙәге, ул пациенттарға диспансер күҙәтеүе үткәрә.
«Был проект бик үҙенсәлекле һәм Башҡортостандан тыш, бер ҡайҙа ла тормошҡа ашырылмай. Пациенттар даими медицина күҙәтеүе аҫтында, был проблемаларҙы ваҡытында асыҡларға һәм өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәләр хаҡында һөйләргә иртәрәк әле, проект башланғандан алып өс ай самаһы ваҡыт үтте. Йыл һуңында тәүге һөҙөмтәләребеҙ булғас, был тәжрибәне башҡа төбәктәргә, бәлки, федераль кимәлгә лә еткереү хаҡында уйланырбыҙ», – тип билдәләне Наталья Орлова.
Фото: Т. АМАНОВ.