Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июль 2022, 08:34

Һыу ҡорбандары күбәйә...

Ҡасан ғына һыу инеү миҙгеле бөтә инде, тип уйлайһың һыуға батып үлеүселәр тураһында ишеткәс.

Һыу ҡорбандары күбәйә...Һыу ҡорбандары күбәйә...
Һыу ҡорбандары күбәйә...

Стәрлетамаҡ районында ошо айҙа ике кеше (16 егет һәм 37 йәшлек ҡатын) батып үлгән, ә кисә генә карьерҙа һыу ингән еренән тағы бер ир юғалған.

Әйтеүҙәренсә, Хрипуновский утары янындағы иҫке карьерҙа төнгә ҡаршы батҡан ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар 10 сәғәт эҙләгәндән һуң тапҡан.

Зинһар, һыуҙа һаҡ булығыҙ! Эскән кешенең һыу инеүен йә һыуға төшөргә самалауын күрһәгеҙ, тыйығыҙ. Рөхсәт ителмәгән урында һыу инмәгеҙ. Йылға-күлгә балаларҙың үҙҙәрен генә ебәрмәгеҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас