Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июль 2022, 04:25

Республиканың Йәмәғәт палатаһында - яңы ағзалар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән БР Йәмәғәт палатаһында яңы кешеләр раҫланды.

Республиканың Йәмәғәт палатаһында - яңы ағзаларРеспубликаның Йәмәғәт палатаһында - яңы ағзалар
Республиканың Йәмәғәт палатаһында - яңы ағзалар

Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған.

Йәмәғәт палатаһына "Стражи границы" Пограничниктар берлеге төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Черный (уны "Ижтимағи күҙәтеүселәр комиссиялары советы" йәмәғәт ойошмаһынан тәҡдим иткәндәр) һәм Альбанов исемендәге музей хеҙмәткәре Оксана Мальцева ("Рәсәй Йәш ғалимдар союзы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы тәҡдим иткән) инде.

Был яңы ағзалар палата составынан сыҡҡан Ростислав Мырҙағолов менән Евгений Мельников урынына алынды.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас