

Барыһы ла ябай: йомортҡа һәм диңгеҙ ризыҡтары ашаған ир-аттың сәләмәтлеге ныҡ була.
Табип белдереүенсә, көслө заттың репродуктив системаһы дөрөҫ эшләүендә һәм енес гормоны – тестостерон бүлеп сығарыуҙа туҡланыу ҙур роль уйнай. Тестостерон синтезы өсөн төп сеймал – холестерин. Ә йомортҡала был матдә етерлек. Тимәк, нимә ашарға? Дөрөҫ – йомортҡа. Уның составында юғары сифатлы аҡһым да, баяғы гормонды эшләп сығарыуға ыңғай йоғонто яһаусы Д витамины ла, аспарагин кислотаһы ла бар.
Ирҙәргә мөһим ризыҡтарҙан табип тағы ла диңгеҙ продукцияһын (балыҡ, ҡыҫала, кәбеҫтә һ.б.), сәтләүекте, быҙау итен, бауырҙы билдәләне. Уларҙа магний, селен, бор һәм цинк бар.
Дөрөҫ туҡланығыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!