Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июль 2022, 07:25

Эсеп донъя ҡуйыусылар һаны кәмегән

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы көйләү ыңғай һөҙөмтәләр биреүен, үткән йылдар менән сағыштырғанда, эсеп донъя ҡуйыусылар һаны кәмеүен белдерә.

Эсеп донъя ҡуйыусылар һаны кәмегәнЭсеп донъя ҡуйыусылар һаны кәмегән
Эсеп донъя ҡуйыусылар һаны кәмегән

– Иҫерткес эсемлек һатыуҙы көйләү һәм легаль булмаған иҫерткес эсемлек менән көрәшеү бик еңел булмаған мәсьәлә, тип әйтер инем. Бер яҡтан – эшҡыуарҙар, икенсе яҡтан, ҡайһы бер кешеләр иҫерткес эсемлек һатыуҙы ҡаты көйләгәнебеҙ өсөн тәнҡитләй. Мәҫәлән, һабантуй, Йәштәр көндәрендә, һатыуҙы тыябыҙ, Яңы йыл байрамында ла айырым көндәрҙә генә һатыла. Тик беҙ кешеләр өсөн эшләгәнде Аллаһы Тәғәлә күрә.

Эш башлағандың тәүге көнөнән  алып законһыҙ иҫерткес эсемлектәр продукцияһына ҡаршы көрәш алып барам. Беҙ барыбыҙ ҙа бик күп кешеләрҙең сифатһыҙ иҫерткес эсемлек  ҡулланып  ағыуланыуына һәм һәләк булыуына шаһит булдыҡ.

Дүртенсе йыл быға ҡаршы көрәшәбеҙ. Күренерлек һөҙөмтәләр ҙә бар. Әгәр 2018 йылда 211 кеше эсеүҙән  донъя ҡуйһа, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса – 57, йәғни 4 тапҡырға тиерлек аҙыраҡ. Ә күпме ғаилә һаҡлап ҡалынған! Күпме бала тулы ғаиләлә үҫеү, айыҡ атайҙар менән ваҡыт уҙғарыу, улар менән футбол уйнау, киноға барыу, дәрестәрҙе әҙерләү мөмкинлегенә эйә булған.

Тап шуға күрә беҙ «Айыҡ ауыл» проектын башлап ебәрҙек. Унда республиканың бөтә райондары, хатта иң бәләкәй тораҡ пункттары  ла ҡатнаша. Өс йыл эсендә 150 ауыл муниципаль этаптарҙа еңеүсе булды, республика этаптарында – 27. Республикала бик күп кешеләрҙең айыҡ тормош һайлап, спорт менән шөғөлләнеүе, фестиваль һәм ярыштар үткәреүе, онотолоп барған һөнәрҙәрҙе тергеҙеү, балалар һәм йәштәрҙең тәрбиә менән шөғөлләнеүе, байрамдар ойоштороуы ҡыуандыра. Бынан тыш, ҡайһы бер ауыл халҡы үҙҙәрендә иҫерткес эсемлек һатыуҙы бөтөнләй тыйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә башланы, – тип яҙа республика етәксеһе.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас