

Иглин районындағы популяр ял базаларының береһендә эшләүселәр бөгөн иртән ҡот осҡос хәлгә юлыҡҡан. Стәрлетамаҡта йәшәгән 33 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе ҙур һыу инеү өсөн чанда ятҡан. Ул бында ял итеү өсөн дуҫтары менән килгән була. Әлеге осраҡ буйынса тәфтишселәр тәфтиш алды тикшереүен ойошторған.
- Иглин районы ял базаһында Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатындың үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә, - тип аныҡлыҡ индерҙеләр төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Яҡынса фараздарға ҡарағанда, йәш ҡатын һыу чанында йоҡлап киткән һәм тонсоҡҡан. Дуҫтары иртәрәк йоҡларға киткән, шуға күрә ҡазаға тарыусыға ярҙамға килә алмаған.
Фото: Т. Аманов