Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июль 2022, 08:55

Юл фажиғәләре - 19 июль

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 16 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа алты кеше һәләк булған, егерме ике кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 32 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 19 июльЮл фажиғәләре - 19 июль
Юл фажиғәләре - 19 июль

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Мәләүез районында "Ford Focus" менән "Лада Ларгус" бәрелешендә дүрт кеше һәләк булды.

Благовар районында теркәлгән үлемесле аварияның видеоһы бар, шунан күренеүенсә, Туймазы ҡалаһынан 60 йәшлек водитель юлда торған самосвалға юғары тиҙлектә барып бәрелә, хатта тормозға ла баҫмай... Әлеге ваҡытта водителдең 9 йәшлек ҡыҙы балалар республика клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә ауыр хәлдә ята...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәрҙең һаны кәмемәй. Кисә киске сәғәт етенселә Ҡалтасы районында, Краснохолмский-Ҡалмыябаш автомобиль юлының 7-се саҡрымында, Татарстандан 58 йәшлек ир "Урал" йөк машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә Ҡалтасы районынан 29 йәшлек пассажир ваҡиға урынында һәләк булған. Водитель менән 32 йәшлек пассажирға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Водителде тикшереү уның организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 1.400 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Эскән килеш руль артына ултырмағыҙ, юлда ашыҡмағыҙ, ҡурҡыныс манёврҙарҙы яһамағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы һаҡлағыҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас