Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июль 2022, 11:54

Пионер һәм комсомол – яңыса!

Рәсәйҙә балалар һәм йәштәр хәрәкәте барлыҡҡа килә. Президенты Владимир Путин уның Күҙәтеүселәр советын етәкләргә ризалашты.

Пионер һәм комсомол – яңыса!Пионер һәм комсомол – яңыса!
Пионер һәм комсомол – яңыса!

Ил башлығы бөгөн видеобәйләнеш аша “Ҙур тәнәфес” конкурсы финалсылары менән осрашҡайны. Шунда бер уҡыусы Президенттан яңы ойошманы “үҙ ҡанаты аҫтына” алыуҙы үтенде. Владимир Путин ҡаршы килмәне.

Президент ҡул ҡуйған “Рәсәйҙә балалар һәм йәштәр хәрәкәте тураһында”ғы законға ярашлы, был яңы хәрәкәт (унда 6 йәштән алып ҡатнашырға була) балаларға тәрбиә биреү, илһөйәрлек тәрбиәләү, дәүләт сәйәсәтен балалар һәм йәштәр мәнфәғәтендә алып барыу, йәш быуынды һәр яҡлап үҫтереү, һәләтен асыуға ярҙам итеү, йәмғиәттә йәшәргә әҙерләү кеүек маҡсатты ҡуя.

Замана Рәсәйе СССР-ҙағы пионерия менән комсомолды һағынды шикелле. Был ойошмалар күптәрҙең тормошонда тәрән эҙ ҡалдырҙы шул.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас