Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июля 2022, 09:50

Әлдә ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән!

Кисә ҡотҡарыусылар Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылы янында Йүрүҙән буйлап рейдта йөрөгәндә йылға уртаһында дуҫтарынан ярҙам һорап ҡысҡырған ирҙе күреп ҡалған. Әммә дуҫтары ла, ярҙағы башҡа кешеләр ҙә һыуға батып барған кешенең ҡысҡырыуына иғтибар итмәгән. Һуңынан асыҡланыуынса, һыуҙа ирҙең ҡапыл тәне тартыша башлаған. Ә бит ул тирәлә, етмәһә, һыу инеү ҙә тыйылған... 

Әлдә ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән!Әлдә ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән!
Әлдә ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән!

Профилактик рейд барышында ҡотҡарыусылар Ағиҙел йылғаһында ла Өфөнән ике йәш кешене ҡотҡарғандар - йылға уртаһында уларҙың һауа тултырылған матрасы баш түбән әйләнгән.

Иртән Дүртөйлөнән оло йәштәге ир Ағиҙел йылғаһы аша йөҙөп сығырға ниәтләгән. Әммә ярты юлда хәле бөтөп, элеватор менән уң яҡ яр араһындағы утрауҙан ярҙам һорап ҡысҡырған. Уны ҡотҡарыусылар ярға алып сыҡҡан.

Туймазы районының "Исмаил карьеры" быуаһында һыу ингән 42 йәшлек ир ҙә саҡ батмаған. Быуа уртаһында хәле бөтөп, ҡулдарын болғап, ярҙам һорап ҡысҡырған ирҙе кешеләр күреп ҡалып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яҙҙы. 

Ә ҡотҡарыусылар ваҡытында килеп өлгөрмәһә?!...

Фото: gumerovfr

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас