Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июль 2022, 05:05

Көн торошо

Башҡортостанда алдағы тәүлектә һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк иҫкәртте.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 20 июлдә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуа. Төндә ҡайһы бер көнсығыш райондарҙа ҡойма яуын һәм боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, талғын, йәшен йәшнәгәндә көслө ел иҫәсәк. Һауа температураһы төндә - 13-18 градус йылы. Көндөҙ уҙған аҙналағы кеүек үк эҫе булмаясаҡ: термометр бағанаһы 21-26 градус күрһәтәсәк.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас