Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июль 2022, 05:38

Төҙөлөштә эшләгең килһә...

Өфөлә төҙөлөш тармағы буйынса вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк.

Төҙөлөштә эшләгең килһә...Төҙөлөштә эшләгең килһә...
Төҙөлөштә эшләгең килһә...

Мәшғүллек үҙәге сараны 21 июлдә ойоштора.

Түбәндәге һөнәрҙәргә эш урындары тәҡдим ителә: бетонсы, дворник, инженер, ташсы, кровельщик, маляр, машинист, монтажлаусы, ярҙамсы эшсе, балта оҫтаһы, биҙәүсе, юл эшсеһе, слесарь, водитель, токарь, электрогазосварщик һ.б.

Эш табыу, һөнәр һайлау буйынса һорауҙарға яуап бирергә лә әҙерҙәр.
Адресы: Ибраһимов бульвары, 47/1, сәғәт иртәнге 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас