Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июль 2022, 09:27

Фажиғәле һәләк булған ҡыҙҙарҙы ерләнеләр

Баҡалы районында ҡот осҡос авария булыуы, теүәлерәк әйткәндә, иҫерек водителдең дүрт ҡыҙҙы тапатыуы хаҡында яҙғайныҡ. Бөгөн ҡыҙҙарҙың өсәүһен һуңғы юлға оҙатҡандар...

Фажиғәле һәләк булған ҡыҙҙарҙы ерләнеләрФажиғәле һәләк булған ҡыҙҙарҙы ерләнеләр
Фажиғәле һәләк булған ҡыҙҙарҙы ерләнеләр

Баҡалы төбәге аҫыл балаларынан яҙҙы... Йәшәп тә өлгөрмәгән ҡыҙҙарҙы ер ҡуйынына һалдылар...

Эльвина Сәйетованы - мосолман, Яна Асанбаева менән Анна Епейкинаны православие зыяратында ерләгәндәр. Ксения Лахноны иртәгә күмәсәктәр.

Ҡыҙҙар менән хушлашырға бөтә ауыл тиерлек килгән, тип яҙа урындағы баҫма. Фажиғә тураһында беҙҙең сайтта: 

Иғтибар! Баҡалыла бер юлы дүрт кеше аварияла һәләк булған! (ye102.ru)

Баҡалылағы юл фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың шәхестәре асыҡланды (ye102.ru)

«Был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел» (ye102.ru)

Фажиғәләр булмаһын, йәш ғүмерҙәр ҡыйылмаһын, өлкәндәр ҙә оҙон ғүмер кисерһен!

 

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас