Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июль 2022, 14:13

Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежур итә

Бөгөн, 19 июлдә, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы һәм Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө-Бөрө-Яңауыл юлы буйлап рейд үткәрҙе. Ошо трассала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләһе кисә "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралғайны.

Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежур итәӨфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежур итә
Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежур итә

БР буйынса ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәте буйынса, Өфө-Бөрө-Яңауыл юлында быйыл бөтәһе 15 кеше һәләк булған, уларҙың туғыҙы - Благовещен районында (һәләк булыусыларҙың һаны былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 60% артыуы күҙәтелә). 2017 йылдан 2021 йылға тиклем был юлда бөтәһе 91 кешенең ғүмере өҙөлгән (уларҙың 39-ы - Благовещен районында), 293 кеше йәрәхәтләнгән (Благовещен районында 103 кеше).

- Бөгөнгө көндә Благовещен районында ремонт талап ителгән участкалар юҡ, юл яҡшы хәлдә. Шул уҡ ваҡытта подряд ойошмалар тарафынан автомобиль юлында аварияларҙың һанын кәметеү буйынса бер нисә сара үткәреү планлаштырыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Юл хужалығы идаралығы бүлеге начальнигы Владимир Хлестов.

Атап әйткәндә, өҫтәмә юл билдәләре, тәү сиратта тыйыусы билдәләр ҡуйыу күҙаллана. Шулай уҡ светофор ҡуйыу, яһалма яҡтыртыуҙы булдырыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камераларын 11 данаға тиклем арттырыу планлаштырыла (әлеге ваҡытта уларҙың бишәүһе һынау режимында эшләй).

Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов был юлға өҫтәмә көстәрҙе йәлеп итергә ҡарар иткән. Хәҙер бында ЮХХДИ айырым батальонының ике экипажы һәм оператив юл-патруль хеҙмәтенең ике взводы урынлашҡан. Ике смена дежур итеү ойошторолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежур итә
Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежур итә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас