Әле эштәр Благовещен районы биләмәһендә бара. Автоюл Нуриман районында ла ремонтланырға тейеш. Беләһегеҙ, Павловка һыуһаҡлағысы - туристарҙың яратҡан урындарының береһе. Унда сит төбәктәрҙән дә күпләп киләләр.
Әйткәндәй, милли проект буйынса быйыл республикала тарихи һәм мәҙәни объекттарға барған 24 км юлда асфальт-бетон япма яңыртыла. Шул иҫәптән халыҡ күп йөрөгән башҡа матур тәбиғәткә юлдар ҙа төҙөкләндерелә.
Фото: БР Транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.