Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июль 2022, 08:18

Крокодил Гена хаҡында йәнһүрәтте хәтергә төшөрҙө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә район-муниципалитет етәкселәрен ҡала халҡы өсөн күберәк йәмәғәт киңлектәрен булдырырға саҡырҙы.

Крокодил Гена хаҡында йәнһүрәтте хәтергә  төшөрҙөКрокодил Гена хаҡында йәнһүрәтте хәтергә  төшөрҙө
Крокодил Гена хаҡында йәнһүрәтте хәтергә төшөрҙө

«Ниһайәт, 14 июлдә Сипайлово биҫтәһендә «Ҡоштар» скверын астыҡ. Бик һәйбәт сквер булды. Иң мөһиме: балалар ҙа ҡәнәғәт. Шундай тығыҙ биҫтә, ә уның бер ҡайҙа барыр урыны ла юҡ ине. Крокодил Гена хаҡында йәнһүрәт хәтерегеҙҙәме, уйнарға урын юҡ ине.

Бына хәҙер балаларға уйнарға урындар бар. Бындай парктар, ял итеү зоналары бик күп булырға тейеш. Был һеҙҙең менән беҙҙең эштә ғәҙәти ваҡиға булырға тейеш»,  – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Унан тыш, республика етәксеһе «Башҡорт ихаталары» программаһының ыңғай һөҙөмтәләрен хәтергә алды. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенең эшен билдәләне.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас