Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июль 2022, 09:01

«Ҡашҡаҙан»да ҡасан һыу инербеҙ?

Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтан яңыртылған «Ҡашҡаҙан» паркы күлендә һыу инеү мәсьәләһенең хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынды.

«Ҡашҡаҙан»да ҡасан һыу инербеҙ?«Ҡашҡаҙан»да ҡасан һыу инербеҙ?
«Ҡашҡаҙан»да ҡасан һыу инербеҙ?

«Эш бара, Радий Фәрит улы», – тип яуапланы ҡала башлығы.

«Тиҙерәк хәл итә һалығыҙ, зинһар. Юғиһә декабрҙә хәл итһәгеҙ, бик тә уңайһыҙ килеп сыға бит әле», - тине Радий Хәбиров.

Ратмир Мәүлиев июль аҙағынаса эштәрҙең тамамланыуын, техник яҡтары ғына ҡалыуын белдерҙе.

Бынан алда Өфө хакимиәте Ҡашҡаҙан күлендәге һыу инеү урынын рәсми исемлеккә индергәйне.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас