Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2022, 14:56

Юл фажиғәләре - 16 июль

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 14 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 42 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 16 июльЮл фажиғәләре - 16 июль
Юл фажиғәләре - 16 июль

Кисә киске сәғәт һигеҙенселә Ҡариҙел районында, Асҡын-Байҡы-Бәрҙәш автомобиль юлының 42-се саҡрымында, "Chevrolet Cobalt" машинаһы юлдан осҡан.

29 йәшлек водитель төрлө йәрәхәттәр алған. Тикшереү уның организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0.685 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас