Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2022, 14:33

Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!

Кисә кискеһен Учалы районының Ахун ауылы янындағы быуала 1989 йылғы ир батып үлгән. Быуа һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған. Ирҙең кәүҙәһен эҙләү дауам итә. Ҡалтасы районының Ҡалмыябаш ауылы быуаһында 1963 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!
Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!

Бөрйән районының Әтек ауылынан бер бала Ҡана йылғаһында бата яҙған. Бәхетенән ата-әсәһе уны ҡотҡарып өлгөргән. Баланы район дауаханаһына оҙатҡандар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас