Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июля 2022, 04:34

Республика Башлығы Металлургтар көнө менән ҡотланы

Бөгөн – Металлургтар көнө. Республика Башлығы Радий Хәбиров был өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы ҡаҙаныш яулауҙарын теләне.

Республика Башлығы Металлургтар көнө менән ҡотланыРеспублика Башлығы Металлургтар көнө менән ҡотланы
Республика Башлығы Металлургтар көнө менән ҡотланы

– Башҡортостан хаҡлы рәүештә үҙенең металлургия производстволары менән дан тота. «Мечел», «Урал тау-металлургия компанияһы» кеүек  беҙҙең предприятиелар уникаль компетенцияларға һәм технологияларға эйә, ватан баҙарында мөһим урынды биләй. Йылдан-йыл металлургтарыбыҙ конкуренцияға һәләтле продукция сығарыуҙы арттыра, инновацион проекттарҙы тормошҡа ашыра, ил сәнәғәтен, уның оборонаға һәләтлеген нығытыуға тос өлөш индерә.

Металлург һөнәре – көслө, рух ныҡлығы менән янған кешеләр, ысын ут бөркөүселәр эше. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, юғары оҫталығығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, яуаплы булыуығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм металлургия тармағы хеҙмәтсәндәренең һәр ваҡыт илдең ышаныслы терәге буласағын беләбеҙ, – ти ул ҡотлауында.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас