Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2022, 13:20

Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, республиканың һыу объекттарында быйыл йыл башынан алып 21 кеше батып үлгән.

Һыуҙа һаҡ булығыҙ!Һыуҙа һаҡ булығыҙ!
Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

1977 йылғы ир һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында Әсәҙе йылғаһында батып үлгән. Бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары уның кәүҙәһен тапҡан. Икенсе фажиғә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән. Унда 1985 йылғы ҡатын һыуға батып үлгән.
Хөрмәтле республика халҡы! Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һеҙҙе һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра!

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас