

15 июлдә Ҡарас сәсән исемендәге призға милли яндан уҡ атыусылар турниры үтте.
Бөгөн, 16 июлдә, фестиваль ҡунаҡтары Учалы филармонияһының концертын тамаша ҡылды. Уҡсылар «Бакшай мәргәне», «Ырыуҙар ярышы» турнирҙарында көс һынашты, ете район ағинәйҙәре милли кейемде тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерҙе, райондың фольклор төркөмдәре "Фольклорҙың бер көнө" конкурсында ихлас ҡатнашты, батырҙар милли көрәш буйынса ярышты, ат сабышы ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Кисен йәштәр "Йырла, гитарам!" бәйгеһенә йыйылды.
Көн дауамында "Этноауыл" - халыҡ һөнәрселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе эшләне.
Иртәгә, 17 июлдә, «Ғаилә ярышы», "Азиянан Европаға" турнирҙары үтәсәк.
Фото: автор.