

Әлеге ваҡытта Белорет районында тренер Елена Коноплина етәкселегендә ҡаяға үрмәләү спорт төрө әүҙем үҫешеүе билдәләнде. Тәрбиәләнеүселәр республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеүсе һәм призер була.
– Яңы скалодром бөтә республика спорт инфраструктураһының айырым ғорурлығы булыр, тип ышанам. Ҡаяға үрмәләү буйынса яңы чемпиондар тәрбиәләргә һәм иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк. Барлыҡ спортсыларға һәм спорт яратыусыларға юғары маҡсаттарға өлгәшеүҙәрендә уңыштар теләйем! – тип билдәләне Андрей Назаров.
Артабан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры 8-се мәктәп бинаһын ҡараны. Андрей Назаров әлеге бинаны төҙөкләндереү барышын тикшерҙе. Мәктәп 2023 йылдың 31 майында эшләй башлаясаҡ, тип планлаштырыла. 8-се мәктәп 1950 йылда төҙөлгән була. Түбәлектәрҙең бер өлөшө емерелгәндән һуң мәктәпкә уҡыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең килеүе туҡтатылған.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ағиҙел йылғаһының ҡала быуаһы биләмәһендәге яр буйын һәм «Офоҡ артынан атла» үҙәк ҡала мәҙәниәт һәм ял итеү паркын ҡараны һәм объекттарҙы төҙөкләндереү сифатын баһаланы.
Фото: Т. АМАНОВ.