Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июля 2022, 04:27

Владимир Путин уҡытыусыларҙы ҡыуандырҙы

Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған яңы документ "ҡағыҙ бюрократияһы"на ҡағыла. 

Владимир Путин уҡытыусыларҙы ҡыуандырҙыВладимир Путин уҡытыусыларҙы ҡыуандырҙы
Владимир Путин уҡытыусыларҙы ҡыуандырҙы

Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, педагогтарға, раҫланған исемлектән тыш, артыҡ ҡағыҙ тултырыу, отчет тапшырыу тыйыла. Яңы нормалар буйынса мәктәптәр документтар әйләнешенең электрон формаһына күсте. Шуға ла хәҙер уҡытыусыларҙан ҡайһы бер ҡағыҙ эше алына.

Төбәктәргә мәктәптәр өсөн документация исемлеген билдәләү хоҡуғы бирелә. Тик мәғариф министрлығынан раҫлатырға кәрәк.

"Ҡағыҙ эше" булыуын булмаҫ, ә электрон формалағы отчеттар барыбер ҡала түгелме? Электрон отчетты кем бирә?

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас