Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2022, 09:11

Иғтибар! Яратҡан йырсығыҙға тауыш бирегеҙ!

Райондар араһында ярышты әлегә туҡтатып торабыҙ - тауыш биреүгә һәүәҫкәр йырсыларҙы ҡуябыҙ. 15 июлдән алып 22-һенә тиклем "Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә Йәнбикә Хәсәнова, Ленар Хоҙайбирҙин һәм Илшат Сәмиғуллин араһында үҙенсәлекле бәйге үтәсәк. Был йырсылар социаль селтәрҙәрҙә бик популяр, уларҙың клиптарын барыһы ла яратып ҡарай.

Иғтибар! Яратҡан йырсығыҙға тауыш бирегеҙ!Иғтибар! Яратҡан йырсығыҙға тауыш бирегеҙ!
Иғтибар! Яратҡан йырсығыҙға тауыш бирегеҙ!

 Күмәк кеше алдында ҡурҡмайынса сығыш яһауҙарына "Афарин!" тип әйтәбеҙ! Уларҙың ижад емештәре менән ошонда танышығыҙ: vk.com/video/playlist/-35065816_4

Тауыш биреү өсөн "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙгә үтегеҙ (https://vk.com/yeshlek_gazite) һәм үрҙә беркетелгән яҙмалағы һылтанмаға баҫығыҙ.

Ҡушымта 22 июлдә иртәнге сәғәт 9-ҙа ябыласаҡ. Иң күп тауыш йыйған йырсы тураһында гәзиттә мәҡәлә донъя күрәсәк. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас