

"Ағиҙелдә бына ошондай земснарядтарҙы күрергә була. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төп һыу артерияһын таҙартыу һәм тәрәнәйтеү буйынса күп эш башҡарҙыҡ. Республикала суднолар йөрөүен тергеҙәбеҙ. Хәҙер караптар юлының тәрәнлеге ике метр тәшкил итә. Былтыр ғына 10 см-ға кәмерәк ине. Тәрәнлек һәм таҙалыҡ көн һайын тикшерелә. Кәрәкһә, тағы ла тәрәнәйтәләр. Әле, мәҫәлән, һыу юлдары техник флоты Ағиҙелдең Кушнаренко өлөшөндә, Бөрөнән аҫтараҡ эшләй.
"Экология" милли проекты буйынса Шишмә һәм Өфө райондарында Дим йылғаһын таҙартыуға ла тотонмаҡсыбыҙ. 35 саҡрым участкала йығылған ағастарҙан, ләмдән, тамырҙан таҙартыу бурысы бар", - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.