Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июль 2022, 11:05

Рәхәт кенә!

Башҡортостанда беренсе тапҡыр Мунса фестивале үтә.

Рәхәт кенә!Рәхәт кенә!
Рәхәт кенә!

23 һәм 24 июлдә «Фазенда» клубы (Ҡырмыҫҡалы районының Нижнетимкино ауылы) территорияһында тәүгә “Сәләмәтлек һәм туризм” Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу практикалары фестивале уҙасаҡ. Был сара – бәхәсләшеү, фекер алышыу, ғилми темаға һөйләшеүҙәр, күргәҙмә майҙансығы ла.

Ойоштороусы – Мунсала сабыныу белгестәренең милли федерацияһы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте. Фестивалгә 1000-дән ашыу туризм тармағы белгесенең килеүе көтөлә. Шулай уҡ унда БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙең ҙур СПА-үҙәктәре, мунса комплекстары етәкселәре, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Фестивалдең эшлекле программаһына “Бизнес булараҡ – мунса” бизнес-форумы ла ингән. “Рәхәттә” (”На рахате”) беренсе мунса фестивален үткәреү ҙә күҙаллана. Уның маҡсаты – мунса инеү мәҙәниәтен таратыу. Туризмдың бер өлөшө икән ул.

Тағы бер сара – ошо уҡ фестивалдә үләндәр йыйыу оҫталары ла осрашасаҡ. Шифалы үҫемлектәргә иғтибарҙы арттырыу ваҡыты етте!

Сараларға килеү өсөн https://нарахате.рф сайтында теркәлергә кәрәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас