

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә Әбйәлил районында, Дәүләт ауылы янындағы Сыбаркүлдә, 38 йәшлек ир батып үлгән. Ә бит күл буйында һыу инеүҙе тыйған аншлагтар ҡуйылған...
"Башинформ" ға үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, 12 июлдә көндөҙ Стәрлетамаҡ районында, Оло Ҡуғанаҡ ауылы янындағы карьерҙа, 17 йәшлек егет батып үлгән. Әлегә уның кәүҙәһе табылмаған, эҙләү эштәре алып барыла.
Һыуҙа һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.