Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июля 2022, 15:22

Алда - етди һайлауҙар

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың яңыртылған Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән осрашып, киләсәккә бурыстар билдәләне.

Алда - етди һайлауҙарАлда - етди һайлауҙар
Алда - етди һайлауҙар

Майҙа элекке составтың вәкәләте бөткәйне, тағы биш йылға яңыһы һайланды. Уға 12 кеше инде.

Әйткәндәй, комиссияның етәкселеге үҙгәрмәне: Илона Макаренко - рәйес, Марат Ғәҙелов - урынбаҫар, Марина Долматова секретарь булып эшләүен дауам итә.

Осрашыуҙа Радий Хәбиров Үҙәк һайлау комиссияһының төп бурыстарын билдәләне:

- Алда яңы һайлау кампаниялары - 2023 йылда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау үтәсәк. Беҙҙә төрлө сәйәси партия эшләй. Һәр кандидатҡа тиң мөмкинлектәр, һайлаусыларға тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим. Ә 2024 йылда Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлау була. Улар - бик етди сара, әле үк әҙерләнә башларға кәрәк.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас