

Авария бөгөн көндөҙ, сәғәт бер тирәһендә, Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автомобиль юлының 107-се саҡрымында булған. Билдәле булыуынса, 63 йәшлек ир "ВАЗ-2110" машинаһында юлдан осоп төшөп, ағасҡа бәрелгән. Ауыр йәрәхәтләнгән водитель менән уның 58 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, водитель дауаханала йән биргән. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү башланған, бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән. Водителдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Киске сәғәт һигеҙенселә Өфөнөң Киров районында, Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 6-сы саҡрымында, "Ford Transit" пассажир автобусы менән 20 йәшлек егет идара иткән "Лада Веста" машинаһы бәрелешкән. Автобустан дүрт пассажир (өс ҡатын-ҡыҙ һәм бер ир) дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ "Лада" пассажирына ла ярҙам күрһәтелгән. 59 йәшлек водитель идара иткән автобус "Көньяҡ автовокзал - Таптыков" маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Салонда һигеҙ пассажир булған. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.