

Бассейнға әсәһе менән барған Таһир һыу ингәндә уның төбөндә бала һынын күреп ҡалған, ул һыу төбөндә хәрәкәтһеҙ ятҡан. Малай, ваҡытты әрәм итмәйенсә, һыу төбөнә сума һәм бәләгә тарыусыны алып сыға. Бала күгәреп, йәшәү билдәләрен күрһәтмәй.
Таһир әсәһе менән бергә уны иҫенә килтерә. Улар бергәләшеп баланың йөрәгенә массаж яһай, яһалма тын алдыра. Бала “Ашығыс ярҙам” килгәнсе аңына килә. Әле Таһир ҡотҡарған сабый дауаханала ята һәм һауығыуға бара.
Фото: Т. Аманов