

Ҡырға сыҡҡанда тәнегеҙҙе ҡаплаған кейем кейегеҙ, талпандарға ҡаршы спрей һиптерегеҙ, крем һөртөгөҙ, кейемде, тәнде даими тикшерегеҙ.
Был бөжәк дымлы, күләгәле урындарҙы ярата, шуға ла бейек үләнгә, ағас ышығына ятмағыҙ. Һуҡмаҡ тирәләй ҙә күп була торған.
Бөжәктең тәнгә ҡаҙалғанын күрһәгеҙ, ҡапыл һурып сығармағыҙ - башын өҙөүегеҙ ихтимал. Бөжәк өҫтөнә май йәки спирт тамыҙып, бер аҙ көтөгөҙ ҙә, пинцет менән йәки епте элмәк рәүешендә бәйләп, талпанды һаҡ ҡына өҫкә тартығыҙ. Тәнгә ҡаҙалған талпанды мотлаҡ лабораторияға тикшереүгә алып барырға кәрәк.
Ауырымаҫ өсөн иң ҡулай сара – талпанға ҡаршы вакцина эшләтеү.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.