

Салауат ҡалаһынан 41 йәшлек ҡатын да интернетта онлайн уҡырға ниәтләп, "Шәхси финанстар академияһы" курстары өсөн 37 мең һум аҡса күсергән. Әммә был курстарҙа нимә уҡытҡандарын белмәй ҡалған шул - әңгәмәсе бәйләнеште өҙгән.
Стәрлетамаҡтан йәш ир йәйгеһен диңгеҙҙә ял итергә теләп, ғинуар айында уҡ интернетта турагентлыҡ сайтын табып, тур һайлап алған да, билдәһеҙ банк иҫәбенә 40 мең һум аҡса күсергән. Ял итергә ваҡыт еткәс кенә сайттың клон булыуын, уның менән һөйләшеүҙәр алып барған турагенттың эҙе лә юҡлығын белгән.
Тәүлек эсендә муттар 17 кешене алдаған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.