Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июль 2022, 10:30

Катер менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә егеттең ғүмере өҙөлгән

Фажиғә Мәләүез районының Нөгөш һыуһаҡлағысында теркәлгән: гидроциклға эләктерелгән һыу тюбингыһында йөҙгән егет катер менән бәрелешкән. 

Катер менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә егеттең ғүмере өҙөлгәнКатер менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә егеттең ғүмере өҙөлгән
Катер менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә егеттең ғүмере өҙөлгән

Һөҙөмтәлә 1999 йылғы егет һәләк булған. 1992 йылғы ир ҙә йәрәхәтләнгән, уны Мәләүез үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡиға буйынса оператив-тикшереү эштәре алып барыла. 

Фото: ГУ МЧС по РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас