

Ә 87 һәм 89 йәшлек әбейҙәр, "ейәнсәренә" ярҙам итергә ашығып, курьер аша 100-шәр мең һум аҡсаһын биреп ебәргән.
Был факттар буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта енәйәттәргә ҡағылышлы кешеләрҙе билдәләүгә йүнәлтелгән тәфтиш һәм оператив-эҙләү саралары комплексы үткәрелә, тип Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.