

Яңы объект бер нисә тарихи ҡомартҡыны берләштерәсәк, улар иҫәбендә - Турахан менән Хөсәйенбәктең кәшәнәләре. Р.Хәбировтың сығышы тураһында тулыраҡ рәсми сайтта: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/155600.html
Хөсәйенбәк кәшәнәһе XIV быуаттың беренсе яртыһына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы. Хөсәйенбәк, биләде булыуынса, тарихи шәхес, Көньяҡ Уралда тәүгеләрҙән булып ислам таратыусыларҙың береһе.
Турахан кәшәнәһе - тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, XIV-XV быуаттарҙа төҙөлгән ҡоролма. Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Түбәнге Тирмә ауылы янында урынлашҡан. Турахан кәшәнәһе юнғыслап эшкәртелгән киҫәкле аҡ таштан һалынған. Таштар бер-береһенә юғары сифатлы эзбиз иретмәһе менән беркетелгән. Стеналарҙың ҡалынлығы 1 метрҙан ашыу. Был ҡоролма «хөкөм урыны» булғандыр, тигән фекер йәшәй. Эргәһендә таш мәсет торған. Мәсет менән Турахан кәшәнәһе, моғайын, бер бөтөн йола башҡарыу ҡоролмаһын хасил иткәндер.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.