

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының футбол командаһы уйынсыһы Юлай Ураҙаев футбол буйынса тренер - уның үҙенең футбол мәктәбе бар. Былтыр асылған мәктәптә 4 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә.
- Уйындар барышында тубыҡты ауырттырғайным, шуны бәйләнем дә, хәҙер уйындың һөҙөмтәһен мин хәл итәм, тип уйнарға сыҡтым, - тип һөйләй Юлай. - Һәм шулай килеп сыҡты ла! Был еңеү беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле.
Әлбиттә, ҡәҙерлелер: әбйәлилдәрҙең көслө командаһын 3:2 иҫәбе менән еңә алдылар бит!
Фото: автор.