Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июль 2022, 07:07

Ҡот осҡос хәл: ҡатынды тереләй яндырырға маташҡандар!

Салауат ҡалаһында 25 йәшлек ҡыҙ менән 32 йәшлек ир 49 йәшлек ҡатынды смартфон урлауҙа ғәйепләп, яндырырға маташҡан. Ҡатындың ҡулдары, иңбаштары янған, тын юлдары бешкән.  Тулыраҡ сайтта.

Ҡот осҡос хәл: ҡатынды тереләй яндырырға маташҡандар!Ҡот осҡос хәл: ҡатынды тереләй яндырырға маташҡандар!
Ҡот осҡос хәл: ҡатынды тереләй яндырырға маташҡандар!

Барыһы ла ятаҡта башлана - улар өсәүләп спиртлы эсемлектәр эсә. Шунан һуң компания тағы бер ҡатын менән осрашыр өсөн ташландыҡ баҡсаға бара. Тик таныштары килмәй. Ташландыҡ участкала иҫерек өсәү араһында ыҙғыш ҡуба, уның барышында ҡыҙ менән ир 49 йәшлек ҡатынды телефон урлауҙа ғәйепләп, туҡмайҙар, подвалға төртөп төшөрәләр ҙә, йортто яндырып ҡасалар. 

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын янғындан һуң мөғжизә менән генә тере ҡала — уның ярҙам һорап ҡысҡырған тауышын полиция хеҙмәткәрҙәре ишетеп ҡала.

Оперативниктар енәйәттә ғәйепләнеүсе икәүҙе эҙләп тапҡан. Алдан хөкөм ителгән 25 йәшлек ҡыҙ менән 32 йәшлек ирҙең тәғәйен йәшәр урыны юҡ. Үҙҙәренең төндә ни ҡылғанын иҫләмәйҙәр, ныҡ иҫерек булыуҙарына һылтайҙар. Ҡулға алынған ҡыҙ менән иргә ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас