

Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм, ошондай йыланды өйөгөҙҙә күрһәгеҙ, уға теймәгеҙ, юл бирегеҙ, ул үҙе сығып китә, сөнки ул – йылан сүрәтендәге ен, ти. Баҡһаң, өйгә инеп, үҙегеҙгә таныш булмаған бесәй, эт йәки йылан күрергә мөмкин икән, был ваҡытта ҡағылмай, бисмилләне әйтеп, доға уҡырға кәрәк. Шайтандар күп осраҡта ҡара төҫтәге эт, йылан ҡиәфәтенә инергә яратыуы билдәле.
Фото: Т. АМАНОВ.