

Ошо көндәрҙә һәйкәлде реставрациялау өсөн проект-тикшереү эштәрен башҡарасаҡ компанияны һайлап алыуға йомғаҡ яһалды. Ҡазандан “ТСНРУ” йәмғиәте – ғилми-реставрация предприятиеһы еңеүсе тип табылған. Тәүҙә контракт суммаһы 15 485 446,32 һум тип билдәләнгәйне. Сауҙалашыуҙа еңеп сыҡҡан әлеге предприятие эште 14 943 455,70 һумға башҡармаҡсы. Икенсе бер ҡатнашыусы 15 175 737,40 һум сумма тәҡдим иткән.
Әйткәндәй, ремонт барышында объекттың тышҡы йөҙөн, шул иҫәптән ландшафт, һәйкәлде һәм ҡурғанды яҡтыртыуҙы, йәшеллекте мөмкин булғанса һаҡлау мөһим. Элегерәк ҡайһы бер белгестәр һәйкәлде ремонтлау өсөн 150 миллион һум аҡса кәрәклеген белдергәйне.
Фото: Юлай Кәримов (архив).