

"Сағыу төргәктәге шампундәр, йыйыныу өсөн гелдәр, ванна тоҙҙары һәм башҡалар - беҙҙә, Благовещендағы "Фабрик Продакшн" компанияһында етештерелә. Үҙенең тәүге проекты менән компания былтыр мартта район хакимиәте башлығында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә таныштырған. Етештереү майҙаны һәм йылдам үҫеш биләмәһенә инеү өсөн документтар әҙерләшеүҙә ярҙам һорағандар. Шунан һуң ике ай ҙа үтмәгән, предприятиены "Благовещенск" ТОСЭР-ы резиденты иткәндәр. Әле бында 60-тан ашыу кеше эшләй. Тауары Рәсәйҙә, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда һатыла. Быйыл майҙа Башҡортостандың бизнес-миссияһы составында Үзбәкстанға ла барғандар, яңы сауҙа мөмкинлектәре эҙләйҙәр", - тип яҙған Радий Хәбиров "Бәйләнештә".
Фото: vk.com