Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2022, 14:17

Юлда ҡыуалар ғына...

Бөгөн Благовар районында,  М-5 "Урал" автоюлының 1406-сы саҡрымында, "Лада Ларгус" менән "Scania" йөк машинаһы бәрелешкән. Ике кешене дауаханаға оҙатҡандар. Авария булған ерҙә хәрәкәт өлөшләтә ябылып, транспорт ағымын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ике йүнәлештә лә көйләй. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Юлда ҡыуалар ғына...Юлда ҡыуалар ғына...
Юлда ҡыуалар ғына...

Кисә көндөҙ Өфөнөң Октябрь районында 34 йәшлек ир идара иткән "LADA Largus" менән Иглин районынан 24 йәшлек егет идара иткән "Yamaha" мотоциклы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә мотоциклист төрлө йәрәхәттәр алған. Билдәле булыуынса, ике тәгәрмәсле транспорт билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән, шулай уҡ егеттең водитель танытмаһы булмаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юлда ҡыуалар ғына...
Юлда ҡыуалар ғына...
Юлда ҡыуалар ғына...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас