Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2022, 14:34

Уҡыусы ҡыҙҙы көсләгән һәм үлтергән ике егеткә суд хөкөм ҡарары сығарҙы

Бөрө районының Питяков ауылында йәшәгән 15 йәшлек ҡыҙ 2021 йылдың 26 авгусында әхирәтенең тыуған көнөнә ҡыуанып сығып китә. Тик шул китеүенән ул өйөнә кире әйләнеп ҡайтмай. Ҡыҙын юғалтҡан әсә төндә саң ҡаға башлай. Үҫмер ҡыҙҙың кәүҙәһен бер тәүлектән һуң ауыл янындағы урманда йырында табалар... Был ҡурҡыныс фажиғә буйынса енәйәт эше асыла. Тиҙҙән енәйәткә ике егеттең ҡағылышы булыуы асыҡлана.    Тулыраҡ сайтта.

Уҡыусы ҡыҙҙы көсләгән һәм үлтергән ике егеткә суд хөкөм ҡарары сығарҙыУҡыусы ҡыҙҙы көсләгән һәм үлтергән ике егеткә суд хөкөм ҡарары сығарҙы
Уҡыусы ҡыҙҙы көсләгән һәм үлтергән ике егеткә суд хөкөм ҡарары сығарҙы

Тикшереү барышында билдәле булыуынса, үҫмерҙәрҙең компанияһы тыуған көндө байрам иткәндән һуң таныштарының шәхси йортона бара. Ҡунаҡтар таралышҡас, иҫерек йорт хужаһы менән уның дуҫы 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләп, быуып үлтерә... Ошо 25 һәм 22 йәшлек енәйәтселәрҙең береһе 22 йылға, икенсеһе 18 йылға хөкөм ителгән. Шулай уҡ улар ҡыҙҙың яҡындарына биш миллион һум күләмендә әхлаҡи зыянды ҡапларға тейеш. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас