

Урамда, шаһиттар алдында ла, улар икәү ара ирешкән. Кешеләр китеп барғас, ир үҙенең вәғәҙәләрен онотоп, бер нисә тапҡыр ҡатынының битенә тондорған. Быны күреп, үтеп барыусы ҡатындарҙың береһе полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Гүзәл затҡа көсө еткән ирҙе полиция бүлегенә килтергәндәр, ә ауырлы ҡатынды - дауаханаға. Ҡатындың һөйләүенсә, ире уның кире ҡайтыуын талап итеп, ҡайтмаған осраҡта үлтереү менән янаған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Ләйсән Кашбиева хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта иргә ҡарата ике статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған - "Үлтереү менән янау" (РФ ЕК 119 ст.) һәм "Аңлы рәүештә һаулыҡҡа еңел зыян килтереү" (РФ ЕК 115 ст.) Енәйәт эшен тикшереү тамамланған, ғәйепләү акты менән материалдар судҡа ебәрелгән. Статьяларҙың санкцияһы ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.