Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июль 2022, 10:28

Янғында ир кеше һәләк булған...

Бөгөн иртән Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йорт янып киткән. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына 06:25 сәғәттә хәбәр килә. 

Янғында ир кеше һәләк булған...Янғында ир кеше һәләк булған...
Янғында ир кеше һәләк булған...

06:37 сәғәттә утты һүндерәләр. Фажиғәлә 1979 йылғы ир һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Кисә кис Бөрө ҡалаһының Тыныслыҡ урамында күп фатирлы йортта янғын сыға. Беренсе бүлексәләрҙең килеп етеүенә 20 квадрат метр майҙанда йорт мөлкәтенең яныуы асыҡлана. Янғын һүндереүселәр 20 кешене, шул иҫәптән ете баланы эвакуациялап, утты һүндерә. 

Кисә көндөҙ Өфө ҡалаһында, Октябрь революцияһы урамындағы ике ҡатлы йортта, янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Утты һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 45 кеше, 15 берәмек техника йәлеп ителгән.

Өс осраҡта ла янғын сәбәптәре асыҡлана, урындарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүселәре эшләй.

Фото:

Янғында ир кеше һәләк булған...
Янғында ир кеше һәләк булған...
Янғында ир кеше һәләк булған...
Янғында ир кеше һәләк булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас