Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июль 2022, 11:20

Яңы уҡыу йылына 63 мәктәп ремонтланасаҡ

Башҡортостан дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһына әүҙем ҡушылды.

Яңы уҡыу йылына 63 мәктәп ремонтланасаҡЯңы уҡыу йылына 63 мәктәп ремонтланасаҡ
Яңы уҡыу йылына 63 мәктәп ремонтланасаҡ

1 сентябргә 63 мәктәп яңыртыласаҡ, ә алдағы ике йылда бөтәһе 134 мәктәпте ремонтлайһы бар. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, 2026 йылға тиклем республикала 365 уҡыу учреждениеһы яңыртыласаҡ. Был эшкә бәйле күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә - икенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында.

БР Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программала ҡатнашыуға әҙерлекте ойоштороу йәһәтенән республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы етәкслегенә рәхмәт әйтте. 

- Беҙҙең балалар уңайлы шарттарҙа уҡыһын өсөн мәктәптәрҙе яңыртыуҙы сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу мөһим, - тине республика етәксеһе.

Фото: БР Башлығы сайтынан. 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас