

Межозерный ҡасабаһында 17 минут эсендә зым-зыя юҡ булған 82 йәшлек Вера Гаврилованы ҡыҙы Людмила һаман эҙләй. "Бөгөн, 2022 йылдың 5 июлендә, әсәйемдең өйҙән сығып киткәненә 16 тәүлек һәм әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ, - тип яҙа ул. - Сәйер, бик сәйер... Кисә беҙ күлгә тиклем барҙыҡ, беренсе һәм икенсе баҡсаларҙы йөрөп сыҡтыҡ, бөтә ташландыҡ йорттарҙы ҡараныҡ. Кис тағы ла бер тапҡыр урманды ҡыҙырҙыҡ. Бер нәмә лә юҡ. Бер ҡайҙа ла юҡ..."
Яҡындарығыҙ һис ҡасан юғалмаһын, һау-сәләмәт булһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.