Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июля 2022, 10:28

Джамбалайя

Был ризыҡты ашағанығыҙ бармы икән? Бик тәмле була, тиҙәр.

ДжамбалайяДжамбалайя
Джамбалайя

Кәрәкле аҙыҡ-түлек (алты порцияға): ыҫланған йә ярым ыҫланған сосиска – 400 г, дөгө – 350 г, болгар борос – 200 г, һуған – 1 баш, помидор – 300 г, һарымһаҡ – ике тырнаҡ, томат пастаһы – 1 ҡалаҡ, үҫемлек майы – 60 мл, петрушка – бер бәйләм, тоҙ, ҡара борос – тәменсә.

Әҙерләү: помидорҙарҙа тәре рәүешендә киҫемдәр эшләргә лә (тышын алыу өсөн уңайлы), эҫе һыу ҡойоп ултыртып торорға. Һуғанды, һарымһаҡты – ваҡлап, болгар боросон таҙартып, ҙур булмаған итеп, помидорҙарҙың тышын алып – шаҡмаҡлап, сосискаларҙы таҙартып, түңәрәкләп турарға. Сосисканы майҙа ҡыҙҙырырға.

Джамбалайя әҙерләй торған һауытта, йәғни сотейник йә тәрән табала үҫемлек майын йылытып, шунда һуғанды ҡыҙҙырырға, татлы борос һалып, тағы ҡыҙҙырырға, помидор, һарымһаҡ, томат пастаһы, тоҙ, борос өҫтәргә. Сосисканы, дөгөнө һалырға. Болғап, таба ситенә 1,5 – 2  см етмәҫлек итеп, өҫтөнә эҫе һыу ҡойорға. Утты әкренәйтеп, дөгө әҙер булғансы бешерергә. Өҫтәлгә ҡуйырҙан алда, джамбалайя өҫтөнә туралған йәшел петрушка һибергә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас